Рәсәй космонавтика федерацияһы Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Башҡортостан дәүләт аграр университетының яңы индустриаль лабораторияһында булды.
Сәфәр сиктәрендә Космонавтика көнөн, Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнөн һәм йыһанды үҙләштереү буйынса белем биреү һәм фәнни башланғыстарҙың әһәмиәтен билдәләүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте.
Башҡортостан аграр университеты «Өҫтөнлөк 2030» үҫеш программаһы сиктәрендә технологик проекттарҙы тормошҡа ашыра, уларҙың береһе - ауыл хужалығы культураларын тиҙләтелгән селекциялау, атап әйткәндә борсаҡты. Юғары уҡыу йорто был үҫемлекте ай тупрағы шарттарында үҫтереү өсөн климат камераларын эшләү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
- Беҙгә Рәсәй Космонавтика федерацияһы һәм үҫемлектәр өсөн туҡланыу элементтары етештергән «Изагри» кампанияһы килде һәм климат камераларында борсаҡ үҫтереү буйынса университетыбыҙҙың ғилми нигеҙен берләштерергә һәм йыһан шарттарына ярашлы камера эшләргә тәҡдим итте. Борсаҡ, сидерат булараҡ, йыһан шарттарында, бигерәк тә оҙайлы йыһан миссиялары өсөн ябыҡ экосистемалар төҙөү контексында мөһим әһәмиәткә эйә була ала. Беҙ "Ябыҡ экосистема шарттарында ай тупрағында уңдырышлы ҡатлам булдырыу" эш проектын әҙерләнек тә инде, – тип һөйләне Башҡортостан дәүләт аграр университетының Проект офисы директоры Айгөл Ғәбитова.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Өҫтөнлөк-2030» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә берлектәге ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреү тураһында һөйләшеп килеште. Рәсәй Космонавтика федерацияһы, БДАУ һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы араһында өс яҡлы хеҙмәттәшлек мөмкинлеге ҡаралды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26537/