Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең А.Е. Фаворский исемендәге Иркутск химия институты директоры Андрей Иванов Башҡортостандың фәнни-белем биреү мөмкинлектәре менән танышты. Федераль эксперт фәнни инфраструктураның төп объекттарында – вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларында һәм үҙәктәрендә, Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге йортонда, Өфө химия институтында һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Нефтехимия һәм катализ институтында, Өфө дәүләт нефть техник университетында булды.
Ғалим Башҡортостан Республикаһының Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ғилми берләшмә ойоштороуға ҡарашын юғары баһаланы.
– Кампусты һәр кем ниндәйҙер дәрәжәлә үҙен күрә алырлыҡ витрина рәүешендә булдырыу – ул бик нәзәкәтле ҡарар. Был бик матур тарих. Мин бындайҙы тәүге тапҡыр күрәм һәм ул миңә оҡшай. Бында оло быуын ғына түгел, ә йәш кешеләрҙең күп булыуы бик һәйбәт. Бизнестың эшкә йәлеп ителеүе, аралашыу һәм ярҙам итеү мәсьәләләре лә иғтибарҙы йәлеп итә. Һеҙ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең, университеттарҙың үҙаллылығы һәм фәнни-белем биреү үҙәген үҫтереү кәрәклеге араһында ниндәйҙер баланс таба алғанһығыҙ. Мине шулай уҡ Вуз-ара студенттар кампусының киң ҡоласы, төҙөлөш сифаты һәм үҙенсәлекле проектланыуы һоҡландырҙы, - тип билдәләне Андрей Иванов.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru