– Фән һәм бизнестың үҙ-ара килешеп эшләүе – бик мөһим мәсьәлә. Тормош үҙгәрә. Бер яҡтан, беҙҙең алда фәнгә, технологияларға, мәғарифҡа тәбиғи йоғонто яһаусы ҙур проблемалар тора. Икенсе яҡтан, бик ҡыҙыҡ ваҡытта йәшәйбеҙ, сөнки сәнәғәткә бындай күләмдәге ихтыяж әлегә булмаған. Фән дәүләт алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙен кәрәкле итеп тоя, – тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Степан Калмыков.
Тематик аҙнаны Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге йортонда Хәйриә фонды үткәргән фекер алышыу асты. Осрашыу йәш ғалимдарға ярҙам итеү һәм уларҙы илебеҙҙең юғары технологиялы производствоһы алдында торған практик йүнәлешле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды.
– Һуңғы өс йылда Башҡортостан Фәндәр академияһы ярайһы уҡ үҙгәрҙе: идара итеү, бурыстар ҡуйыу системаһы яңырҙы. Беҙ республика мәнфәғәтендә ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡарабыҙ. Беҙ төбәк һәм ил мәсьәләләрен хәл итеүгә үҙ өлөшөн индергән йәш фән докторҙарыбыҙ булыуға шатбыҙ. Унан да бигерәк, хәҙер финанс ярҙамы саралары һәм инструменттары күп, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты Камил Рамаҙанов.
Теманы тикшереүҙә Рәсәй Фәндәр академияһы, «Система» хәйриә фонды, Физтех-мәктәптәрҙе үҫтереү фонды, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, төбәктең ғилми берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Аҙна дауамында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн бындай осрашыуҙар Мәләүез, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында үтәсәк. Балалар заманса һөнәрҙәр, киләсәк технологиялары һәм һөнәрҙәре тураһында асыҡ дәрестәр барышында перспективалы тармаҡтар менән танышасаҡ, хеҙмәткәрҙәр менән аралаша һәм производство майҙансыҡтарының эшен ҡарай аласаҡ.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru