Белем һәм тәрбиә
17 Апрель 2025, 18:15

Вуз-ара кампуста кулинар проект старт алды

Ойоштороусылар яңы проект студенттарға яңы дуҫтар табырға һәм аш-һыу донъяһын асырға ярҙам итер, тип ышана. 

Вуз-ара кампуста кулинар проект старт алдыВуз-ара кампуста кулинар проект старт алды
Вуз-ара кампуста кулинар проект старт алды

Өфө вуз-ара кампусы резиденты студенттар өсөн «Өфө университеты менән тәмле» кулинар программаһын башлай. Программаны төшөрөүҙә «АЙДА МЕДИА» студенттар медиаүҙәгенең төбәк майҙансығы әүҙемселәре ҡатнаша. Проекттың маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙең әүҙем ҡулланыусыларын ябай һәм тәмле ризыҡтар әҙерләргә өйрәтеү генә түгел, ә уларҙы төрлө студенттар берләшмәләренең тормошо, программа ҡунаҡтарының мауығыуҙары һәм пландары менән таныштырыу.

- Күңел асыу шоуҙары аша юғары уҡыу йорттарының студенттарына уҡыу һәм фән менән етди шөғөлләнеү йәһәтенән генә түгел, ә йәмәғәт тормошонда, социаль программаларҙа, ижади үҫеш һәм камиллашыу йәһәтенән биргән мөмкинлектәре тураһында һөйләү ­– бик матур идея. Бындай ижади проекттар үҫеп килгән быуындың иғтибарын юғары белемгә йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Программаның барышы, атап әйткәндә, аш-һыу әҙерләү процесы вуз-ара кампуста үтәсәк, ә Өфө фән һәм технологиялар университеты кампустың резиденты булып тора. Алып барыусы һәм уның ҡунаҡтары төрлө ризыҡтар – классик пиццанан алып экзотик тәм-томдарға тиклем әҙерләргә ниәтләй.  

Ойоштороусылар яңы проект студенттарға яңы дуҫтар табырға һәм аш-һыу донъяһын асырға ярҙам итер, тип ышана.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас