

24 – 26 апрелдә Өфө вуз-ара студенттар кампусында матур традицияға әйләнгән Ufa Fashion Week мода аҙналығы үтәсәк. Программала оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү лекциялары Һәм Өфө, Салехард, Ҡазан, Киров, Пермь, Ижевск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостан ҡалаларынан 60 коллекция күрһәтеү ҡаралған.
- Ufa Fashion Week мода аҙналығы – төбәктең ижади индустрияһы өсөн мөһим ваҡиға. Бында актуаль трендтар ғына күрһәтелмәй, ә профессионалдар араһында тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашыу өсөн платформа ла булдырыла. Был урындағы эшҡыуарҙарҙы мода өлкәһендә яңы бизнес булдырыуға илһамландыра, төбәктә индустрияның үҫешенә һәм инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Мода аҙналығында үҙ эштәрен талантлы йәш рәссам-модельерҙар, ижади коллективтар, дизайнер төркөмдәре тәҡдим итәсәк. Жюри иң яҡшы модельерҙы һайлаясаҡ, шулай уҡ йәш дизайнерҙарҙың «Ҡояшлы түңәрәк» ижади ярышы һәм «Фотомодель-2025» онлайн-конкурсы үтәсәк. Эштәрҙе профессиональ фотографтар, стилистар, журнал мөхәррирҙәре баһалаясаҡ.
Белешмә:
Иҡтисадта ижади индустрияларҙың өлөшөн арттырыу буйынса бурысты Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 7 майындағы 309-сы Указына ярашлы, «Тотороҡло һәм динамик иҡтисад» милли маҡсатына өлгәшеү сиктәрендә ҡуйҙы.
2030 йылға тиклем Ҙур ҡалалар агломерацияһында ижади индустрияларҙы һәм уларға дәүләт ярҙамын тормошҡа ашырыу механизмдарын үҫтереү концепцияһы менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 20 сентябрендәге 2613-р һанлы бойороғо менән раҫланған маҡсатлы өҫтөнлөктәр – 2030 йылға Рәсәй Федерацияһы иҡтисадында ижади индустрияларҙың өлөшөн 6 процентҡа тиклем арттырыу бурысы билдәләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
#нацпроектмолодежьидети
#йәштәрһәмбалалармиллипроекты