Өфө вуз-ара кампусы резиденты «Өҫтөнлөк-2030» дәүләт программаһы гранты аҡсаһына Өфө ҡалаһының архитектура тарихын һаҡлау буйынса эште көсәйтте. Өфө дәүләт нефть техник университетының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһына ошо уҡ вуздың Ресурстарҙы һаҡлау, урбанизацияланған территорияларҙы тормош менән тәьмин итеү системаларын 3d-моделдәштереү ғилми-тикшеренеү лабораторияһы ҡушылды.
-Ҡасандыр ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ йәшәгән йорттар һанлы формала һаҡланып ҡына ҡалмай, ә 3D-принтерҙа баҫтырып сығарырға мөмкин булған моделдәргә әйләнә. Проект ҡаланың архитектура тарихын, ҡасандыр Өфөлә йәшәгән күренекле кешеләр тураһында хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән, - ти Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы мөдире, креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы мөдире Светлана Байморатова.
Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы күп йылдар Өфө ҡалаһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө тарихы менән бәйле тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Студенттар уҡытыусылар етәкселегендә креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһында юғалған архитектура ҡомартҡыларының һындарын тергеҙә, төрлө тарихи объекттарҙың 3D-моделдәрен һанлаштыра һәм булдыра.
Белешмә
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы ҡала системалары менән идара итеү өсөн һанлы платформа эшләү маҡсатында булдырылған. Ул ҡала хакимиәте, баш архитекторҙар, планлаштырыусылар, урбанистар һәм башҡалар өсөн алмаштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ. Лабораторияла бөтә Рәсәйҙә аналогы булмаған яңы уникаль инструмент эшләнә.
Башҡортостан Республикаһы «Берҙәм һанлы платформа «милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы» мәғлүмәт системаһын булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе булып тора Һәм дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың пилот төбәге булараҡ уңышлы эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru