

Өфө вуз-ара студенттар кампусында махсус хәрби операция шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған «Граждандар табибы күҙлегенән хәрби медицинаның заманса алымдары» ғилми-ғәмәли конференцияһы старт алды. Ул – Волга буйы федераль округы кимәлендә ойошторолған сара. Ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһай.
Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында хирургия йүнәлешендә эшләгән 250-нән ашыу белгес йыйылды. Улар – МХО барышында яраланған яугирҙәрҙе дауалау менән шөғөлләнгән табиптар.
– Заманса саҡырыуҙар шарттарында беҙҙең алда яуаплы бурыс тора – медицина белгестәрен алдынғы белем һәм ғәмәли күнекмәләр менән тәьмин итеү, улар Ватан һаҡсыларының ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында тормошҡа ашырылған был проект табиптарҙың квалификацияһын күтәреүҙә һәм яралыларҙы этаплы дауалау системаһын яҡшыртыуҙа мөһим аҙым булыр, тип ышанам, – тип билдәләне БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
- Беҙ тактик медицина курсын астыҡ. Беҙҙең төп бурыс – Рәсәй граждандарын, мәктәп уҡыусыларын ярҙам күрһәтергә өйрәтеү. Әлеге ваҡытта беренсе кимәлдәге госпиталдәр системаһы аша шәхсән үткән 50 табип, 50 профессор һәм доцент бар, - тине БДМУ ректоры, РФ Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.
Сарала ҡатнашыусылар ике көн дауамында фекерҙәр менән уртаҡлаша, йәнле дискуссияла ҡатнаша һәм тәжрибә уртаҡлаша.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru