

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында йыл һайын ДНК көнөндә күләмле ғилми-мәғрифәти сара үтә. Быйыл да Башҡортостан мәктәптәренән һәм гимназияларынан 50-нән ашыу өлкән класс уҡыусыһы генетика донъяһына сумды, ғалимдар менән аралашты һәм үҙ проекттарын тәҡдим итте.
Сараны кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт Һәм кеше иституты ойошторҙо. Осрашыуҙа мәктәп уҡыусылары һәм студенттар алдында биология фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, Өфө университеты профессорҙары сығыш яһаны. Эксперттар көнүҙәк темаларҙы күтәрҙе: медицина һәм ауыл хужалығында революция, үҫемлектәрҙең геномдары һәм транскриптомалары, ГМО-ның хәҙерге аспекттары.
Шулай уҡ «ДНК серҙәре» интеллектуаль квизы ойошторолоп, уның барышында уҡыусылар генетика буйынса мәсьәләләрҙе систе. Лидерҙар Өфө университетыны уҡырға ингәндә ҡулланыу мөмкинлеге биргән өҫтәмә мәрәйҙәр алды.
Белешмә.
ДНК көнө – иң йәш ғилми байрамдарҙың береһе, уны тәүге тапҡыр 2003 йылда билдәләйҙәр. Шул ваҡыттан алып был ваҡиға киң популярлыҡ яулай һәм үҙ традицияларына эйә була бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru