Белем һәм тәрбиә
25 Апрель 2025, 16:30

Табиптар МХО яугирҙәрен дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Өфөлә хәрби-ялан хирургияһы буйынса практикумда Волга буйы федераль округы табиптары МХО яугирҙәрен дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 

Табиптар МХО яугирҙәрен дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлаштыТабиптар МХО яугирҙәрен дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты
Табиптар МХО яугирҙәрен дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Бөгөн, 25 апрелдә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Граждандар хирургтары өсөн хәрби-ялан хирургияһы» практикумын асыуҙа ҡатнашты. Вуз-ара студенттар кампусында үткән сараға Волга буйы федераль округы төбәктәренән 250 хирургия профиле белгесе йыйылды.

Сара 24-25 апрелдә Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында «Граждан табибы күҙлегенән хәрби медицинаның заманса алымдары» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтә. Табип-хирургтар, травматологтар, анестезиолог-реаниматологтар, реконструктив һәм пластик хирургия буйынса белгестәр хәрби-ялан хирургияһы буйынса уҡыу үтә. Заманса белем биреү программаһын Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Рәсәй Хирургтар йәмғиәте Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталь һәм Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы менән берлектә эшләгән.

Практикум башланыр алдынан Радий Хәбиров медицина ҡорамалдары һәм техникаһы күргәҙмәһен ҡараны. Стратегик башланғыстар агентлығының проекттар директоры Сергей Стрижнев билдәләүенсә, конференцияны уҙғарыу урыны сифатында Өфөнө һайлау төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дауалау һәм реабилитациялау буйынса тупланған тәжрибәгә бәйле.

Практикумды асыу тантанаһындағы сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Башлығы сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм яралы яугирҙәрҙе дауалау менән шөғөлләнгән табиптар өсөн белем биреү программаһының көнүҙәк булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров, Башҡортостан табиптарынан торған бригадаларҙың Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының медицина учреждениеларына даими эшкә йөрөңен, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Беренсе тирмә» республика проекты тураһында һөйләне.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас