Белем һәм тәрбиә
7 Май 2025, 10:30

7000 дәғүәсе араһында икенсе урын яуланылар

Вуз-ара кампустың импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән проекты еңеүселәре иҫәбендә билдәләнде 

7000 дәғүәсе араһында икенсе урын яуланылар7000 дәғүәсе араһында икенсе урын яуланылар
7000 дәғүәсе араһында икенсе урын яуланылар

Өфө дәүләт нефть техник университетының вуз-ара кампус стартап-студияһы проекты Мәскәү Инноваторҙар академияһы конкурсы финалы лидерҙары иҫәбенә инде. Проект командаһы, бөтә Рәсәйҙән 7000 дәғүәсене уҙып, икенсе урынды яуланы. Бүләккә бирелгән 300 мең һум нефть, фармацевтика һәм химия тармағы өсөн матдәләр эшкәртеү һәм импортты алмаштырыу менән шөғөлләнгән «Микрофлюидика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектын үҫтереүгә йүнәлтелә.

- Башҡортостан тармаҡ фәне, фәнни мәктәптәр, үҫешкән инжиниринг, белгестәре, илдә билдәле һөнәри әҙерлек системаһы менән көслө. Төбәктә 450-нән ашыу ойошма инновациялы эшмәкәрлек алып бара. Уға ярҙам итеү өсөн тотош инфраструктура бар, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

«Микрофлюидика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп матдәләрҙе синтезлау технологияларын, шул иҫәптән микроэлектрон һәм аккумулятор тармаҡтары өсөн изделиелар етештереүсе универсаль эреткестәрҙе, фармацевтика һәм нефть химияһында эшләүҙә махсуслаша.  

Хәҙер проект командаһы юғары йылылыҡҡа сыҙамлылығы һәм утҡа сыҙамлылығы менән айырылып торған арамид сүсе етештереү өсөн матдәләр синтезлай, шулай уҡ эпоксид һәм феноформальдегид сммалалары етештереүҙә ҡулланыла. Бынан тыш, йылына 40 тоннаға тиклем ҡеүәтле микрофлюид һәм ағым менән химик һәм биотехнологик синтез өсөн Ватан реакторҙарын эшләй.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас