

Төбәктәрҙә, бигерәк тә милли республикаларҙа туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә кәрәк, тип иҫәпләй Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы делегаты, Татарстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Алһыу Шәрипова.
– Татарстан, Башҡортостан кеүек үк, күп милләтле республика. Әлеге ваҡытта беҙҙә уҡытыу биш телдә алып барыла, шул иҫәптән башҡорт теле өйрәнелә. Беҙҙә 30 халыҡтың телен, мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнгән күп милләтле йәкшәмбе мәктәбе лә эшләй. Яр Саллы ҡалаһынан башҡорт теле уҡытыусыбыҙ бөгөн майҙансыҡтарҙың береһендә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Мин бөгөнгө съездың эшенән бик ҡәнәғәтмен, сөнки мауыҡтырғыс аралашыуҙар, фәһемле фекер алышыуҙар күп булды. Бөтәһенең дә проблемалары бар һәм улар милли республикаларҙа бер төрлө тиерлек. Беҙ бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнек, — тип билдәләне Алһыу Шәрипова.
Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.