

Сыуашстанда Башҡортостан Республикаһында икенсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын уҙғарыу форматын үҙләштереүҙәре ихтимал. Был хаҡта съезд делегаты, Сыуашстан Республикаһының Мәғариф институты проректоры Инесса Ядранская белдерҙе.
– Бөгөн Сыуашстан Республикаһы делегацияһының Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы. Был, ысынлап та, мөһим ваҡиға. Һуңғы ваҡытта туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, улар бөгөн киҫкен тора. Башҡортостандағы коллегаларыбыҙҙан республика халыҡтарының телдәрен, шул иҫәптән башҡорт телен һаҡлау өсөн республикала күпме эштәр башҡарылыуын белеү бик ҡыҙыҡлы булды. Күп кенә дәүләт норматив документтары ҡабул ителгән, грант системаһы үҫешкән. Муниципалитеттарҙа, мәғариф министрлығы, хөкүмәт кимәлендә эш формаларын белеү ҡыҙыҡлы булды.
Башҡорт телен һаҡлау өсөн күтәрелгән күп мәсьәләләр беҙҙең өсөн дә мөһим. Ҡайһы бер башланғыстарҙы һәм ҡарарҙарҙы үҙебеҙҙә ҡулланырбыҙ, тип уйлайым. Ошондай съезд үткәреү – үҙе үк бик әһәмиәтле күренеш, уны ғәмәлгә индерәсәкбеҙ, — тип билдәләне ул.
Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.