

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллина ла 30 йылға яҡын балаларға белем бирә. Уның уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Әлфиә Тимерйән ҡыҙы съезда башҡорт телен уҡытыу алымдары, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар тәжрибә өҫтәй, яңы юлдар күрһәтә, уңышлы эшләргә дәрт бирә тип иҫәпләй.
Сығанаҡ: https://vatandash.ru/news/novosti/2025-05-13/u-ytyusylar-s-ezy-t-zhrib-may-ansy-y-4233287