

«Студент стартапы» конкурсының миллионлы гранты эйәһе, Өфө университетының дүртенсе курс студенты Булат Әйүпов «Яһалма интеллект – тәҡдим итеү системаһы менән үҙ-ара ярҙам социаль селтәрен» булдыра. Уға вуз-ара студенттар кампусында урынлашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетының «Фән һәм инновациялар» проект офисы ярҙам итә.
Проекттың асылы шунда: кеше үҙенә кәрәкле ярҙам төрөн билдәләй (һорауҙар спектры киң: кәңәш йәки экспертизанан алып ниндәйҙер әйбер алыуға тиклем). Артабан интеллектуаль тәҡдим системаһы был һорауҙы хәл итә алған дуҫтарҙың профилдәре менән сағыштыра һәм уңышҡа өлгәшеү ихтималлығы һәм төп тап килеүҙәр күрһәтелгән кандидаттар исемлеген төҙөй. Уны өйрәнеп, ғариза авторы һорауҙы кемгә ебәрергә икәнен һайлай.
- Йыл ярым – ике йыл элек мин шундай хәлгә юлыҡтым: ашығыс ярҙам кәрәк булды, һәм дуҫтарым, таныштарым араһында, бәлки, минең мәсьәләне хәл итеүсе табылыр, тип уйланым. Әммә тота килеп. Кемгә мөрәжәғәт итергә? Мин баҙарҙа үҙ-ара ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы юҡлығын аңланым, шулай итеп үҙ-ара ярҙам платформаһы идеяһы барлыҡҡа килде, - тип һөйләне проект авторы.
«Студент стартапы» конкурсын «Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы» федераль проектына ярашлы, Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды үткәрә.
- Йыл һайын Башҡортостан Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды үткәргән «Студент стартапы» конкурсында әүҙем ҡатнаша. Хупланған проекттар һаны буйынса төбәк һәр ваҡыт биш лидер иҫәбенә инә. Быйылғы конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү 20 майға тиклем дауам итә. Башҡорт студенттары араһында еңеүселәр һаны артыр, тип ышанабыҙ. БР Үҙәк тикшеренеү институты студенттарыбыҙға һәр этапта — заявка биреү идеяһын формалаштырыуҙан алып еңеүселәрҙе оҙатыуға тиклем – һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, тип билдәләй Башҡортостан Республикаһында Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе Руслан Шәймөхәмәтов.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru