Белем һәм тәрбиә
15 Май 2025, 13:45

Вуз-ара кампус ғалимдары дала биләмәһендә тикшереүҙәрҙе яңыртты

Өфө дәүләт нефть техник университетының декарбонизация технологиялары үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институты ғалимдары менән берлектә Башҡортостандың Урал алдында Һәм Урал аръяғында Евразия карбон полигонының дала участкаларында комплекслы тикшеренеүҙәрҙе тергеҙҙе. 

Вуз-ара кампус ғалимдары дала биләмәһендә тикшереүҙәрҙе яңырттыВуз-ара кампус ғалимдары дала биләмәһендә тикшереүҙәрҙе яңыртты
Вуз-ара кампус ғалимдары дала биләмәһендә тикшереүҙәрҙе яңыртты

2025 йылдың вегетация осоро башланыу менән Өфө дәүләт нефть техник университетының декарбонизация технологиялары үҙәге ғилми хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институты ғалимдары менән берлектә Башҡортостандың Урал алдында Һәм Урал аръяғында Евразия карбон полигонының дала участкаларында комплекслы тикшеренеүҙәрҙе тергеҙҙе.

- Республика халыҡ-ара климат килешеүҙәренә тоғролоғон күрһәтә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Был тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙә һәм киләсәк быуындың экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым. Карбон полигондарында алынған тикшеренеү һөҙөмтәләрен һәм тәжрибәне берләштереү CO₂ сығарыуҙы кәметеүгә һәм климат үҙгәрештәренең эҙемтәләренә яраҡлашыуға йүнәлтелгән перспективалы проекттар һәм технологик инновациялар барлыҡҡа килеүен стимуллаштырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Евразия карбон полигоны участкаларында үткәрелгән тикшеренеүҙәр парник газдарының ағымдағы эмиссия торошон анализлау ғына түгел, ә нейрон селтәрҙәре ярҙамында уларҙың миҙгел һәм тәүлек динамикаһын моделдәштереү мөмкинлеген дә бирә.

Фәнни тикшеренеүҙәр дала экосистемаларын һәм деградацияланған ауыл хужалығы ерҙәрен тергеҙеү буйынса климат проекттарының экологик-иҡтисади һөҙөмтәлелеген иҫәпләү өсөн нигеҙ булып торасаҡ. Бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыусылар биржа сауҙаһына рөхсәт ителгән верификацияланған углерод берәмектәрен аласаҡ.

Дала экосистемаларынан тыш, ғалимдар шулай уҡ урман һәм һаҙлыҡ экосистемалары тарафынан углеродты депонирлау процестарын тикшерә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас