

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы Һаҡлыҡ банкының Бөтә Рәсәй Киберспорт студент лигаһының көмөш призеры булды. Был юғары уҡыу йорто йыйылма командалары өсөн иң ҡатмарлы ярыштар тип һанала, сөнки еңеүсе дүрт дисциплинала дөйөм команда зачеты суммаһы буйынса билдәләнә.
– Беҙҙең егеттәр – афариндар! Улар мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Хәҙер Һаҡлыҡ банкының Милли киберспорт лигаһында ҡатнашырға ниәтләйбеҙ, унда финал этабына үттек, һәм июндә алдынғы урын өсөн көрәшергә Мәскәүгә юлланасаҡбыҙ, – тип һөйләне Кирилл Логинов.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры - спорт министры Руслан Хәбибов юғары спорт һөҙөмтәһен билдәләне:
– Киберспорт – компьютер технологиялары һәм интернеттың йылдам үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән иң йәш, әммә әүҙем үҫешкән спорт төрҙәренең береһе. Шуға күрә республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып уны Өфө университеты студенттары тотоп алып, уның форвардтары булыуына ғәжәпләнергә кәрәкмәй. Юғары уҡыу йортоноң йыйылма командаһы Башҡортостандан ситтә лә яҡшы билдәле һәм илдең иң көслө командалары исемлегенә инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф Һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар майҙансығы проектлана һәм төҙөлә.
Өфө вуз-ара студенттар кампусы проекты – 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru