Белем һәм тәрбиә
28 Май 2025, 09:00

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра

Ике йыл эсендә Башҡортостанда модернизация программаһы буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр. 

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыраМәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра

Башҡортостанда яңы уҡыу йылына 35 мәктәп яңыртыла. Шулай уҡ ике балалар баҡсаһы һәм өс колледж. Ремонт эштәренә контракттар төҙөлгән дә инде. Мәғариф объекттарын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы сиктәрендә эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,174 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шуның 1,9 миллиард һумы федераль бюджеттан бүленәсәк.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында – 1-се, Рәсәйҙә федераль средстволар күләме буйынса 3-сө, шулай уҡ программа буйынса ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә 2-се урынды алды. Алты мәктәп 2024 йылда төҙөлөп бөттө, тағы ла 25 учреждениела ремонт эштәре тамамлана.

Ике йыл эсендә Башҡортостанда модернизация программаһы буйынса 140 мәктәпте тәртипкә килтерҙеләр: 2022 йылда – 63, 2023 йылда – 77, тип хәбәр итте төбәк Башлығы. Дөйөм алғанда, уларҙа 37,6 мең бала уҡый.

Фотолар: БР Мәғариф һәм фән министрлығынан. 

Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары яңыра
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас