Белем һәм тәрбиә
2 Июнь 2025, 10:25

«Сколково» эксперты Олег Калинко вуз-ара кампус инфраструктураһын юғары баһаланы

Mba Science-2025-тә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарынан, ғилми ойошмаларынан һәм предприятиеларынан 26 вәкил ҡатнашты.

«Сколково» эксперты Олег Калинко вуз-ара кампус инфраструктураһын юғары баһаланы«Сколково» эксперты Олег Калинко вуз-ара кампус инфраструктураһын юғары баһаланы
«Сколково» эксперты Олег Калинко вуз-ара кампус инфраструктураһын юғары баһаланы

Өфөгә «Сколково» фондының өҫтөнлөклө проекттарҙы үҫтереү департаментының «Химия» йүнәлеше буйынса директоры Олег Калинко килде. Ҡунаҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының фәнни-мәғариф инфраструктураһы менән танышты.

Эксперт Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лабораторияларында булды. Олег Калинко кампуста булдырылған инфраструктураны һәм республиканың фәнни-технологик потенциалын юғары баһаланы.

Олег Калинко шулай уҡ MBA Science-2025 спикеры булып сығыш яһаны. Был - республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тарафынан фән өлкәһендә идара итеүселәр өсөн халыҡ-ара стандарттағы белем биреү программаһы. Программаның өсөнсө модуле тикшеренеү проекттарына идара итеү темаһына арналған.

Mba Science-2025-тә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарынан, ғилми ойошмаларынан һәм предприятиеларынан 26 вәкил ҡатнашты. Ағымдағы йылда белем биреү программаһында бөтәһе 9 айлыҡ 6 тематик модуль бар.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26876/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас