

Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Евразия карбон полигоны участкаларында парник газдары ағымын яҙғы үлсәү буйынса эштәрҙе тамамланы. Үткәрелгән тикшеренеүҙәр төрлө тәбиғәт шарттарында углеродты йотоу һәм эмиссияһы тураһында мәғлүмәттәр йыйыу өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.
- Башҡортостан халыҡ-ара климат килешеүҙәрен һанлауын раҫлай һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡларға бурыслы. Был тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә һәм киләсәк быуындарҙың экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итә. Карбон полигондарының ғилми потенциалын һәм практик тәжрибәһен файҙаланыу экологик йүнәлешле проекттарҙы башлау һәм заманса технологиялар индереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса, – тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәбиғәттәтн файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Белгестәр «Ҡылғанлы дала» участкаһының экологик-климат станцияһында иҫкәртеү эштәре үткәрҙе. Евразия карбон полигоны ғалимдарының эштәре юғары рейтинглы ғилми баҫмаларҙа баҫылып сыға. Уларҙың юғары ышаныслылығы климат үҙгәреүе мәсьәләләрендә илдең һәм халыҡ-ара кимәлдә алдынғы эксперттар тарафынан билдәләнә.
Белешмә
ӨДНТУ Башҡортостанда Евразия карбон полигонын булдырыу һәм уның эшмәкәрлеге проектының операторы булып тора һәм раҫланған программаның үтәлешен координациялай. Проектты Евразия климат консорциумы тормошҡа ашыра, уға Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты кеүек алдынғы ғилми һәм белем биреү учреждениелары инә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru