Белем һәм тәрбиә
5 Июнь 2025, 13:15

Уйлап табыуҙар йәһәтенән юғары әүҙемлек күрһәтәләр

Бөгөн БДМУ медицина фәнен үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Университет интеллектуаль милектең, уйлап табыуҙарҙың уникаль портфелен формалаштыра

Уйлап табыуҙар йәһәтенән юғары әүҙемлек күрһәтәләрУйлап табыуҙар йәһәтенән юғары әүҙемлек күрһәтәләр
Уйлап табыуҙар йәһәтенән юғары әүҙемлек күрһәтәләр

Башҡортостан юғары кимәлдәге уйлап табыу әүҙемлеге, шул иҫәптән медицина технологиялары буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Эксперттар быны республикабыҙҙа ғилми-тикшеренеү үҙәктәре һәм юғары белем биреү ойошмалары булыуы менән аңлата. Медицина технологияларының уйлап табыуҙар һаны буйынса алдынғылыҡты вуз-ара кампус резиденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ) күрһәтә.

- Бөгөн БДМУ медицина фәнен үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Университет интеллектуаль милектең, уйлап табыуҙарҙың уникаль портфелен формалаштыра, улар, үҙ сиратында, граждандарыбыҙҙың һаулығына туранан-тура өлөш индереп, ауырыуҙарҙы диагностикалауҙың, дауалауҙың һәм иҫкәртеүҙең яңы, һөҙөмтәлерәк ысулдарына реаль аҙым булып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Һуңғы дүрт йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында теркәлгән уйлап табыуҙар һаны 4 тапҡырға тиерлек (19-ҙан 71-гә тиклем), мәғлүмәт базаһында 10 тапҡырға (3-тән 30-ға тиклем) артҡан, тәүге тапҡыр 4 тауар билдәһе теркәлгән.

Һуңғы йылда ғына БДМУ лабораторияһы студенттар кампусында 15-тән ашыу патент алды. Бәләкәй таргетлы молекулаларҙы эҙләү лабораторияһында радиофармацевтик дарыу препаратының химик өлгөһө алына, уның стандартлаштырылыуы үткәрелә һәм радиофармацевтик дарыу препаратының химик өлгөһө етештереүгә лаборатория регламенты эшләнә.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас