

Һаҡлыҡ банкының “Мәктәп 21” проектының 16-сы мәктәбе Өфөлә асылды, әммә ысынында ул беренсе. Ни өсөнмө?
Бөгөн илебеҙҙә 15 «Мәктәп 21» белем биреү проекты эшләй, әммә уларҙың береһе лә тере системалар инженерияһы менән бәйле түгел. Ә Башҡортостанда тап ошоноң менән шөғөлләнәсәк “Мәктәп 21+” барлыҡҡа килде.
“Республика Башлығы төбәктең фәнни һәм етештереү потенциалы менән бәйле махсуслашыуҙы күҙаллағанға күрә, беҙ бергәләп Өфөлә ошондай проектты башлап ебәрҙек. Был бөтә ил өсөн белгестәр әҙерләүсе уникаль мәктәп”, - тип билдәләне «Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы» президенты Герман Греф.
Мәктәптә уңайлы уҡыу һәм экологик аралашыу өсөн йыһазландырылған. Ул 24/7 режимында эшләй.