

Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Университет сменалары» асылды. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының һәм “Беренселәр хәрәкәте” мәғариф-туристик проекты сиктәрендә Донецк Халыҡ Республикаһынан 48 уҡыусы педагогтар оҙатыуында Өфөгә килде.
– "Университет сменаһы" М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй, һуңғы ике йылда ғына был проект сиктәрендә 500-ҙән ашыу баланы ҡабул иттек. Уҡыусыларҙы белем биреү программаһы, ҡыҙыҡлы экскурсиялар, ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары һәм университет инфраструктураһы менән танышыу көтә. Сараларҙың мөһим темаһы, әлбиттә, Бөйөк Еңеүҙең юбилейы буласаҡ, – тип һөйләне смена етәксеһе, университеттың Технопарк директоры Сергей Переверзев.
Сараны асыу тантанаһында балаларҙы һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов сәләмләне.
– Беҙ Һеҙҙе Башҡортостанда һәм беҙҙең университетта ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ! Үҙегеҙ өсөн яңы Рәсәй төбәге тураһында күп файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырһығыҙ, тип ышанам. Беҙҙең ил бик ҙур һәм төрлө, әммә беҙҙең барыбыҙҙы ла уртаҡ сифаттар, бер үк ҡиммәттәр һәм нимә яҡшы, нимә насар икәненә бер үк ҡараш берләштерә. Өфөгә рәхим итегеҙ! Һеҙгә оҡшар һәм һеҙ бында тағы бер тапҡыр килергә теләрһегеҙ, тип ышанам, - тип мөрәжәғәт итте ҡунаҡтарға Салауат Тәлғәт улы.
Йола буйынса, балаларҙы юғары уҡыу йортоноң татыу ғаиләһенә ҡабул итеп, уларға Аҡмулла университеты галстуктарын бәйләнеләр. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының сығыштары сараға байрамса кәйеф өҫтәне.
Төркөм составында «Беренселәр хәрәкәте» активистары, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары бар. Улар өсөн бай белем биреү һәм экскурсия программаһы әҙерләнгән.
"Университет сменалары" киң туристик программаны үҙ эсенә ала . Балалар Өфө буйлап экскурсияла булды, Башҡортостандың баш ҡалаһының төп туристик нөктәләренең береһендә – Салауат Юлаев һәйкәлендә, Шишмә районындағы Тура хан мавзолейында булды. Пландарында – «Патриот» паркына, «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа паркына барыу.
Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның матбуғат хеҙмәтенән.