

Кисә, 10 июндә, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкы президенты, идара рәйесе Герман Греф Геном үҙәге базаһында «Мәктәп 21»-ҙе асыу тантанаһында ҡатнашты. Бында һанлы технологияларға һәм биоинформатикаға өйрәтәсәктәр.
Төбәк етәксеһе үҙенең сәләмләү һүҙендә Герман Грефҡа Өфөлә «Мәктәп 21» булдырыу инициативаһы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм был проекттың Башҡортостан мәғарифының конкурентлыҡ һәләтен донъя кимәлендә күтәреүгә булышлыҡ итеүен билдәләне.
- Тәүҙә кәрәкле инфраструктура булдырҙыҡ: вуз-ара кампуста IQ-парк, Геном үҙәге, «Өң» үҙәге асылды. Беҙ бында шулай уҡ мәғрифәтселек структураларын да индерҙек. Һәм был тажда йондоҙсоҡ һәм бриллиант – "Мәктәп 21" етмәй ине, – тине Башҡортостан Башлығы. – Был ваҡиға, ахыр сиктә, иҡтисадтың киләсәк стратегик үҫешен билдәләйәсәк йәштәр өсөн бик мөһим.
Герман Греф Башҡортостан етәкселегенә емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Билдәле булыуынса, Өфө Рәсәйҙең «Мәктәп 21» асылған ун алтынсы ҡалаһы булды.
– Өфөләге “Мәктәп 21” – уникаль кампус, бындай кампус бер ҡайҙа ла юҡ. Проекттың Геном үҙәге, Фәндәр академияһы, университет, геномика өлкәһендәге билдәле тикшеренеүселәр менән күршеләш булыуы һәм партнерлығы бөтөнләй икенсе белем кимәлен булдырасаҡ. Башҡортостан –ғәйәт ҙур фәнни һәм индустриаль потенциалы булған төбәк. Бында бөтә илдән кешеләр уҡырға килер, тип ышанам, – тине Герман Греф.
«Мәктәп 21» директоры Александр Федяков үҙенең сығышында Өфөлә яңы кампус асылыуы менән ҡотланы.
Артабан Башҡортостан Башлығы һәм абруйлы ҡунаҡтар символик төймәгә баҫып, Өфөләге «Мәктәп 21»-ҙең эшенә старт бирҙе.
Шулай уҡ тантанала Радий Хәбиров һәм Герман Греф ҡатнашлығында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, «Мәктәп 21» һәм «Союзпромптица» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Сығанаҡ: glavarb.ru