

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәштәрҙе "Башҡорт баҡыры" компанияһы булышлығында уҡырға саҡырған:
Башҡорт баҡыры" йыш ҡына районға ярҙам итә, күп йылайырҙар предприятиела эшләй, һәм хәҙер бына йәштәребеҙ өсөн перспективалы матур тәҡдим. Бөгөн эшҡыуарҙарыбыҙ компания хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең экологик продукцияһын тәдим итһен өсөн бөтә шарттар булдырылған.
"Башҡорт баҡыры" хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә: "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аша техник университетҡа уҡырға инеү өсөн уникаль мөмкинлек бар. Көндөҙгө бүлеккә! 14 урын!
Уҡыуҙы тулыһынса түләйҙәр, уҡыуҙы тамамлағандан һуң эшкә урынлашыу гарантияһы (һеҙ уларҙың коллегаһы булып киткәндә) карьера үҫешегеҙҙе шәхси контролгә алалар, студенттар предприятиела практика үтә, ятаҡтар уңайлы, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе байрамдарға, уҡыу йылы башланыуға һәм тамамланыуға алып баралар һәм алып ҡайталар.
Предприятиеның үҫеш пландары ҙур. Өс инвестиция проекты бар. Был хаҡта осрашыуҙарҙа ентекләп аңлаталар. Университетта иң ҡеүәтле уҡыу базаларының береһе бар.
Шәхсән минең, үҙ ваҡытында, илдең иң яҡшы техник вуздарының береһенә бушлай уҡырға инергә бындай мөмкинлегем булманы, ә һеҙҙең был мөмкинлегегеҙ бар. Мин техник университетҡа уйламай ҙа уҡырға инер инем!
Беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә тыуған яҡтарында, заманса предприятиела үҙҙәренең уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә иғтибар менән ҡарарға тәҡдим итәбеҙ: vk.com/wall588324883_2665
Сығанаҡ: https://vk.com/wall587737584_13714