Белем һәм тәрбиә
17 Июнь 2025, 10:45

Евразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаны

Өфө вуз-ара кампусында “Евразия йөрәгенә сәйәхәт-2025” халыҡ-ара проектында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте.  

Евразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаныЕвразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаны
Евразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаны

16 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт-2025» проектының пленар сессияһында ҡатнашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенеңвуз-ара студенттар кампусы майҙансығында үтте.

6 июндә Мәскәүҙә «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» халыҡ-ара гуманитар-эшлекле экспедицияһы старт алды. Ул Рәсәйҙең һәм Үҙәк Азияның 30-ҙан ашыу ҡалаһын, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Тажикстанды үҙ эсенә ала һәм 51 көн дауам итәсәк. Унда ҡатнашыусылар тарихи-мәҙәни киңлекте һәм тотороҡло хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн фән, бизнес, мәҙәниәт һәм медиа өлкәһендә тиҫтәләгән форумдар һәм осрашыуҙар үткәрәсәк. Экспедицияны «Халыҡ-ара төбәк интеграцияһы үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Рәсәй-Тажикстан Эшлекле советы рәйесе Ислам Назаралиев етәкләй. Башҡортостанда экспедиция 14 июндән 17-нә тиклем эшләй.

Республика Башлығы үҙенең сәләмләү һүҙендә проекттың үҙенсәлеген билдәләне.

- Һеҙҙең башланғысығыҙҙы берләштергән бөтә биш дәүләт тә үҙ үҫеш юлын һайланы. Беҙҙең арала тығыҙ социаль-иҡтисади, гуманитар һәм мәҙәни бәйләнештәр төҙөлгән. Һәм һеҙҙең проект дуҫ булырға теләгән кешеләрҙе берләштерә. Был ысынлап та бик шәп, - тине Радий Хәбиров.

- Башҡортостан ҙур маршрутыбыҙҙа иң йылы һәм сағыу туҡталыштарҙың береһенә әүерелде. Бында, Рәсәйҙең иң үҙәгендә, хәтерҙе һаҡлай, заманды үҫтерә һәм киләсәк төҙөй белгән халыҡ йәшәй. Өфөгә килгәс, тәүҙә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Был тәрән эмоциональ мәл булды – Башҡортостан яугирҙәре бөгөн дә уртаҡ Ватаныбыҙ хаҡына ҡаһарманлыҡ күрһәтә, - тип билдәләне Ислам Назаралиев.  

- Ике көн эсендә бер нисә туристик локацияны ҡарап сыҡтыҡ, тауға күтәрелдек, атта йөрөнөк, ауыл халҡы менән һөйләштек. Башҡортостандың ҡыҙыҡлы тарихы бар, уға тәрәнерәк төшөп, уның тураһында бөтәһенә лә һөйләргә теләйбеҙ, – тип билдәләне экспедицияла ҡатнашыусы Кристина Егорова.

Сара аҙағында Радий Хәбиров экспедицияла ҡатнашыусыларға Башҡортостанға сәфәре өсөн рәхмәт әйтте.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Евразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаны
Евразия йөрәгенә сәйәхәт итеүселәргә Башҡортостан оҡшаны
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас