Белем һәм тәрбиә
18 Июня 2025, 10:30

Ғалимдар фекер алышты

Бөгөн Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары архивтарында уникаль архив сығанаҡтарын һанлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла.

Ғалимдар фекер алыштыҒалимдар фекер алышты
Ғалимдар фекер алышты

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәге базаһында БР Фәндәр академияһы президиумы ултырышы үтте. Унда ултырыштың почетлы ҡунағы булараҡ Абхазия Фәндәр академияһы президенты, филология фәндәре докторы, профессор, академик Али Зураб Джотович Джапуа ҡатнашты. Ул сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм ҡатнашыусыларҙы Абхазия Фәндәр академияһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре З.Г. Әминев «Башҡорт эпостары һәм абхаз нарттары араһында ҡайһы бер параллелдәр тураһында» темаһына доклад менән сығыш яһаны.

Фәнни сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре идаралыҡ етәксеһе И.З. Фәтҡуллиндан Рәхмәт хаттары алды.

– Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы менән Фәндәр академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу «Башҡортостан Республикаһында фундаменталь тарих фәнен үҫтереү концепцияһы» дәүләт заданиеһы сиктәрендә эштең логик дауамы булды. Был мөһим эште БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре Б.А. Аҙнабаев, А.Т. Бердин, Ю.М. Йосопов, И.В. Демичев, И.Ф. Йосопов алып бара. Проект сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары архивтарында уникаль архив сығанаҡтарын һанлаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Был башланғыс ғилми кадрҙар, аспиранттар, тарих һәм башҡа гуманитар йүнәлештәр буйынса магистранттар өсөн архив сығанаҡтарына инеүҙе күпкә еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Илшат Фәрит улы Йосопов.

Сығанаҡ һәм фотолар: БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты.

Ғалимдар фекер алышты
Ғалимдар фекер алышты
Ғалимдар фекер алышты
Ғалимдар фекер алышты
Ғалимдар фекер алышты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас