Белем һәм тәрбиә
24 Июнь 2025, 16:15

Йәш ғалимдар медицина химияһы буйынса конференцияға йыйылды

Конференцияның төп йүнәлештәре молекуляр моделдәр һәм машиналар өйрәнеү, биологик актив матдәләр синтезы, клиникаға тиклемге тикшеренеүҙәр, дарыуҙар килтереү системаһына ҡағыла. Программала докладтар, флеш-докладтар, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар, «Йәш ғалимдар» һабантуйы һәм башҡалар ҡаралған. 

Йәш ғалимдар медицина химияһы буйынса конференцияға йыйылдыЙәш ғалимдар медицина химияһы буйынса конференцияға йыйылды
Йәш ғалимдар медицина химияһы буйынса конференцияға йыйылды

Өфө вуз-ара кампусы резиденты – БДМУ йәш ғалимдар өсөн медицина химияһы буйынса Халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы өсөнсө мәктәп-конференция үткәреү майҙансығына әүерелде. Уның эшендә илдең алдынғы ғалимдары остаз һәм лекторҙар сифатында ҡатнаша.

– Башҡорт дәүләт медицина университетының барлыҡ башланғыстары дауамлы һәм логик йәһәттән бөтөн проекттар булараҡ тормошҡа ашырыла. Был БДМУ-ның ғилми коллективы, коллегалары һәм уның менән хеҙмәттәшлек итеүселәрҙең ҡаҙанышы икәнен аңлайбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Конференцияның төп йүнәлештәре молекуляр моделдәр һәм машиналар өйрәнеү, биологик актив матдәләр синтезы, клиникаға тиклемге тикшеренеүҙәр, дарыуҙар килтереү системаһына ҡағыла. Программала докладтар, флеш-докладтар, оҫталыҡ дәрестәре, экскурсиялар, «Йәш ғалимдар» һабантуйы һәм башҡалар ҡаралған.

Йәш ғалимдар өсөн медицина химияһы буйынса Өсөнсө мәктәп-конференцияһының яңылыҡтары рәсми сайтта ҡуйылып барасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас