Белем һәм тәрбиә
25 Июнь 2025, 12:30

БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?

БДИ-ла өс фәндән 300 балл йыйған Алексей Лобов тураһында ул уҡыған 153-сө лицей директоры Алла Скалина һөйләй

БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?
БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?

Ошо көндәрҙә республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары Башҡортостандағы ҙур ҡаҙаныш тураһында яҙҙы – Өфөнөң 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм профилле математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынын 100-әр балға тапшырҙы.

«Молодежная газета» хәбәрсеһе Алексей Лобов уҡыған Өфөнөң 153-сө лицейы директоры Алла Скалина менән әңгәмә ойошторҙо.  

- Алла Николаевна, уҡыу йорто етәксеһе булараҡ, Берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйыусыларҙы әҙерләгән коллективтың серен асығыҙ. Бәлки, һеҙҙең лицейҙа юғары балл йыйыусыларҙы “үҫтереү” буйынса үҙенсәлекле методика барҙыр, сөнки лицейҙа бындай һөҙөмтәләр беренсе йыл ғына билдәләнмәй?

- Беҙҙең лицей – юғары уҡыу йорто бинаһында урынлашҡан бик һирәк белем усаҡтарының береһе. Уҡыу мөхите – Өфө фән һәм технологиялар университетында урынлашыу, күп һанлы интеллектуаль саралар, лицей уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, юғары уҡыу йорттары олимпиадаларында йөҙ процент ҡатнашыуы, лицей театры, музей, спорт клубы эшмәкәрлеге, С.Т. Аксаков музейы менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек, һөнәри йүнәлеш биреү эшенең төрлө формалары, һис шикһеҙ, һәр баланы уңышлы итә.

Шулай уҡ лицейыбыҙ уңышының өс компонентын айырып күрһәтер инем – ул технологик профиль, һәләтле балалар менән эшләү системаһы һәм «Мәктәп-вуз» системаһында эшләү. Математиканы өйрәнеүгә 10 сәғәт, физикаға – туғыҙ, информатикаға дүрт сәғәт бүленә. Шулай уҡ үткән йылдарҙағы Берҙәм дәүләт имтиханы заданиеларын системалы хәл итеү һәм, һис шикһеҙ, бөтә педагогик коллективтың юғары кимәле лә ҙур роль уйнай.

- Республика тарихында тәүге тапҡыр 300 балл йыйған уникаль уҡыусығыҙ хаҡында бер аҙ һөйләгеҙ. Ул ҡайҙа уҡырға барасаҡ?

– Алексей Лобов 153-сө лицейҙа 10-сы кластан уҡый. Ул был лицейҙы 9-сы кластан һуң репетиторҙар ярҙамынан тыш технологик профиль предметтары буйынса сифатлы әҙерлек алыу өсөн аңлы рәүештә һайлай. Алексей 10-сы һәм 11-се кластарҙы бөтә предметтар буйынса яҡшы баһалар менән тамамланы.

Лицей уҡыусыһы төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. 9-сы кластан Алексей Лобов йыл һайын математика, физика һәм информатика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призеры була. Был ҡаҙаныштары өсөн ул 2023/2024 һәм 2024/2025 уҡыу йылдарында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы стипендияһы менән бүләкләнә.

11-се класта уҡыусыбыҙ математика буйынса КФУ-ның төбәк-ара предмет олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе, математика буйынса «Физтех» уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер, математика буйынса «Росатом» уҡыусыларҙың тармаҡ олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер, информатика буйынса ИТМО уҡыусыларының асыҡ олимпиадаһының йомғаҡлау этабында призер булды.

Теүәл фәндәр һәм IT-технологиялар менән мауығып, ул мәктәп дәрестәре менән бер рәттән яндекс-лицейҙа сәнәғәт программалауы курсын тамамланы. Буш ваҡытта ул шахмат менән мауыға һәм өлкәндәрҙең өсөнсө разрядына эйә.

Мәктәп предметтары араһында Алексей Лобов физика, математика һәм информатиканы айырыуса ярата. Ул үҙенең киләсәк белемен һәм карьераһын ошо дисциплиналар менән бәйләргә ниәтләй.

- Алла Николаевна, һеҙҙеңсә, юғары балл алыу өсөн репетиторлыҡ кәрәкме?

- Лицейҙа профилле предметтарға бүленгән сәғәттәр һаны Берҙәм дәүләт имтиханына сифатлы әҙерләнеү өсөн етерлек, тип иҫәпләйем.

– Ә уҡыусыларҙан нимәгә өйрәнергә мөмкин?

- Ижадилыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа, үҙ көсөнә ышанысҡа.

- БДИ тапшырыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Үҙ-үҙеңә ышаныу һәм имтихандарҙа яҡшы балл йыйыу, ә һөҙөмтәлә – хыял иткән вузға инеү.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/articles/interesno/2025-06-25/kak-vyrastit-stoballnika-intervyu-s-direktorom-ufimskogo-litseya-4290116

 

БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?
БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?
БДИ-ла 100 балл йыйыусыны нисек “үҫтерергә”?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас