

1 июлдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Башҡортостанда йәш ғалимдарға ярҙам саралары, фәнде үҫтереү һәм производствоға яңы асыштар индереү перспективалары тураһында» тигән темаға матбуғат конференцияһы үтә.
Сара 2 – 4 июлдә Өфөлә үтәсәк XIII Бөтә Рәсәй «Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем» йәш ғалимдар Һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезына арнала.
Спикерҙар булып сығыш яһаясаҡтар:
БР фән һәм мәғариф буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина;
"Курчатов институты" ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттары буйынса директор урынбаҫары, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков;
Фән һәм мәғариф инициативаларын үҫтереү үҙәге директоры, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы Ольга Тарасова;
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Йәш ғалимдар клубы рәйесе Айгөл Шадрина;
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Йәш ғалимдар советы рәйесе Роман Кулешов.
Матбуғат конференцияһы 17.30 сәғәттә башлана.