

2 – 4 июлдә Өфөлә XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үтәсәге тураһында хәбәр иткәйнек. Сара барышында “Торатау” конгресс-холында “Фән – йөҙҙәрҙә” экспозицияһы ҡуйыласаҡ. Был проекттың дүртенсе миҙгеле геройҙары съезд дискуссияларында ҡатнашасаҡ.
Быйыл күргәҙмәлә 23 ғалимдың портреттары күрһәтелә. Улар – йәш ғалимдар өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы һәм башҡа төп фәнни премиялар лауреаттары, шулай уҡ Йәш ғалимдар конгресы майҙансыҡтарында Рәсәй Федерацияһы Президенты менән осрашыуҙа ҡатнашыусылар, Рәсәй фәнни фонды конкурстары еңеүселәре, Рәсәйҙең алдынғы ғилми ойошмалары хеҙмәткәрҙәре. Күргәҙмә геройҙары Рәсәйҙең 14 төбәгенән.
Съездың эшендә проект геройҙары – йәш ғалимдар өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаттары Константин Титов һәм Елена Корочкина, Н.И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университетының биология һәм биомедицина институты директоры Мария Ведунова, «Курчатов институты» Милли тикшеренеү үҙәгенең Курчатов геном үҙәге етәксеһе Максим Патрушев, Дағстан дәүләт университетының фәнни һәм инновациялы эштәр буйынса проректоры Алимурад Гаджиев һәм Курчатов синхротрон-нейтрон тикшеренеүҙәр комплексы етәксеһе урынбаҫары Надежда Чубова.
Проектта ҡатнашыусылар Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаларын тормошҡа ашырыуға һәм Рәсәйҙең фәнни-технология үҫеше өҫтөнлөктәренә өлгәшеү өсөн ғилми хеҙмәттәшлек форматтарына арналған фекер алышыуҙарҙа спикер булараҡ сығыш яһаясаҡ.