Белем һәм тәрбиә
3 Июль 2025, 04:45

"Өфөләге съезд мөмкин тиклем ғәмәли эшкә йүнәлтелә"

Никита Марченков XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы барышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. 

"Өфөләге съезд мөмкин тиклем ғәмәли эшкә йүнәлтелә""Өфөләге съезд мөмкин тиклем ғәмәли эшкә йүнәлтелә"
"Өфөләге съезд мөмкин тиклем ғәмәли эшкә йүнәлтелә"

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн, 3 июлдә, йәш ғалимдар төрлө майҙансыҡтарҙа ойошторолған фекер алышыуҙарҙа, панель дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша. Сараны ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар съезд хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Никита МАРЧЕНКОВ, Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы рәйесе, «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттары буйынса директор урынбаҫары:  

– Рәсәй Президенты иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы бурыстарының береһе – илдең фәнни-технологик үҫеш процесына йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү. Был бөгөнгө көндә беҙҙең Координация советы алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, уға өлгәшеү өсөн бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезы, Йәш ғалимдар конгресы үткәрелә.

Бөгөн Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә 12 төрлө башланғыс тормошҡа ашырыла, һәм уларҙың күп өлөшө йәштәрҙе ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – фәнни-популяр туризм. Был йүнәлештә Башҡортостан алдынғы урындарҙың береһен биләй. Һеҙҙең республикала йәштәр өсөн туғыҙ фәнни-популяр туризм маршруты эшләй башланы ла инде.

Фәнни ирекмәнлек башланғысына ҡушылып, бөгөн илебеҙҙә тиҫтәләрсә мең кеше ғалимдарға эксперименттар үткәреүҙә һәм мәғлүмәттәр эшкәртеүҙә ярҙам итә.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә балалар өсөн фәнни майҙансыҡтар булдырыла: ул бәләкәй балаларға уйын барышында, әйтәйек, ата-әсәләре менән ихатала уйнағанда, теге йәки был физик күренештәрҙең нисек эшләүе, фән тураһында белергә мөмкинлек бирә.

«Фән – йөҙҙәрҙә» проекты ярҙамында йәштәр һәм балалар яҡташтарының бөгөн яман шешкә ҡаршы дарыу уйлап табыуын йәки йыһан караптары өсөн яңы материал эшләүен күрә.

Быларҙың барыһы ла балаларҙы илһамландыра һәм тап ошо хаҡта пленар ултырышта Денис Сергеевич Секиринский һөйләне. Ул бөгөн Рәсәй фәненең донъялағы иң йәш фәндәрҙең береһе булыуын билдәләне.

Съезд мөмкин тиклем ғәмәли эшкә йүнәлтеләсәк. Беҙ бында үткәреләсәк 70 сараның һәр береһенең һөҙөмтәләре буйынса ниндәйҙер ҡарар йәки резюме төҙөргә теләйбеҙ. Улар һуңынан дөйөм ҡарарҙарҙың нигеҙенә һалына һәм съезд йомғаҡтары буйынса Президент ярҙамсыһы Андрей Александрович Фурсенкоға тәҡдим ителәсәк. Артабан улар Йәш ғалимдар конгресын әҙерләү өсөн ҡулланыласаҡ.

Съезда фән һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүе, фәнни тикшеренеүҙәрҙе коммерциялаштырыу тураһында фекер алышасаҡбыҙ, бында йәш ғалимдар өсөн ҙур мәктәп үтәсәк, юғары уҡыу йортоноң академигы йәки ректоры булыу тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Шуныһы мөһим: төрлө өлкәләрҙәге тәжрибә менән йәштәр ғилми берләшмәләре лидерҙары ла, билдәле эксперттар ҙа уртаҡлашасаҡ.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советының матбуғат хеҙмәте.

Фото: "Башинформ" агентлығы.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас