

Фәнни тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр үткәргән ойошмалар матди-техник базаны яңыртыуға субсидия рәүешендә ярҙам ала. Өфөнөң вуз-ара кампус резиденты 202 миллион һум күләмендәге грантты ЦКП приборҙар базаһын үҫтереүгә, яңы ғилми һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға, шулай уҡ лаборатория биналарын яңыртыуға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә комплекслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтә.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы эксперттары баһалауынса, Өфө университеты заявкаһы 250-нән ашыу ҡатнашыусы араһында рейтингта 21-се урында тора.
– Фәнни инфраструктураны үҫтереүгә грант - ул РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан ышаныс кредиты һәм Өфө университетының дисциплина-ара тикшеренеү проекттарын артабан алып барыу өсөн бик яҡшы стимул. Приборҙар базаһын яңыртыу, юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ғалимдарҙың лайыҡлы эш шарттарын тәьмин итәсәк, улар уникаль идеялар булдыра, илебеҙҙең технологик үҫешен һәм конкурентлыҡ һәләтен тәьмин итеү өсөн фәнни күп талап иткән ҡарарҙар әҙерләй аласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты башлығы Светлана Мостафина.
Грант аҡсаһына юғары температурала (Цельсий буйынса 1200 градусҡа тиклем) материалдарҙы һынау буйынса лаборатория булдырыу, кристалл структураһын тикшереү өсөн заманса электрон микроскопты яңыртыу, керамик материалдар буйынса аддитив технологиялар йәһәтенән компетенциялар үҫтереү планлаштырыла. Бөтә һатып алынған ҡорамалдар ӨФһТУ уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре һәм индустриаль партнерҙар өсөн дә асыҡ буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27140/