

Иң-иңдәрҙе асыҡлаусы бәйге икенсе йыл рәттән уҙғарыла.
Еңеүселәр араһында Стәрлебаш районының Советтар Союзы Геройы С.Х. Хәсәнов исемендәге Елембәт мәктәбенең "Перезагрузка" беренсел бүлексәһе лә бар. Улар 1-се урын яулап, 500 мең һумға эйә булды. Был аҡсаға балалар колонкалар, микшер, микрофондар алырға ниәтләй.
Активистар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә - маскировка селтәрҙәре үрә, "Һалдатҡа хат", "Ватанды һаҡлаусыға бүләк" кеүек һәм башҡа акцияларҙа ҡатнаша. Былтыр улар федераль конкурста өсөнсө урын алып, 200 мең һумға эйә булғайны инде.
Ике йыл эсендә конкурста республикабыҙҙан 700-ҙән ашыу команда ҡатнашты. Шулай итеп, былтыр ошо рәүешле 18 миллион һум аҡсаға эйә булһалар, быйыл 10 миллион һум йәлеп ителә.
Киләһе уҡыу йылында проекттың яңы сезоны башлана. Беренселәр, үҙ көсөгөҙҙө һанағыҙ, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!