

Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы барышында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙан 206 584 ғариза ҡабул ителгән. Был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 25 процентҡа күберәк.
– Был беҙҙең өсөн бик мөһим индикатор – Өфөнөң юғары уҡыу йорттары йәштәр өсөн ылыҡтырғысыраҡҡа әйләнә бара. Уларҙа уҡыу абруйлы. Был – юғары уҡыу йорттары етәкселеге һәм коллективтары, республиканың идара итеү командаһы, алдынғы предприятиелар күп көс һәм энергия һалған ҙур системалы эштең һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан вуздарында күҙәтелгән был ыңғай үҙгәрештәрҙең нигеҙендә оҙайлы, системалы фиҙакәр эшмәкәрлек ята, тип билдәләне.
– Республика вуздарына уҡырға инергә теләүселәрҙең артыуы – күп йыллыҡ ҙур хеҙмәттең нигеҙле һөҙөмтәһе. Бында хеҙмәт баҙарында ихтыяжлы булған яңы йүнәлештәрҙең барлыҡҡа килеүе лә роль уйнай. Шулай уҡ вуздарҙың матди-техник базаһының нығыныуы, студенттар белем аласаҡ һәм йәшәйәсәк кампустың барлыҡҡа килеүе һәм, әлбиттә, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең өр-яңы башланғыстары ла ошоға булышлыҡ итте.
Республикабыҙ етәкселегенең федераль үҙәк менән берлектә ҡабул иткән ҡарарҙары белем биреү кимәленең сифатын күтәреү йәһәтенән дә, уны ылыҡтырғыс итеү буйынса ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Ата-әсәләргә лә мәктәп тамамлаған балаһының тыуған республикаһында йәшәп, лайыҡлы белем алыуы, киләсәктә ошонда эш табыуы ныҡ мөһим. Республикабыҙҙа йәштәр бик күп һәм беҙ ошо демография ресурсын һаҡларға теләйбеҙ. Шуға күрә бындай һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Беҙҙең Башҡортостан вуздарында уҡыуҙы һайлаған йәштәр киләсәктә фән менән шөғөлләнер, үҙҙәрен ысын һөнәрмәндәр итеп танытыр һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшер, тип ышанабыҙ, – тине Эльвира Айытҡолова.
Фото: vk.com/kurultaibashkir