

Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусының вуз-резиденттары мәктәпте яҡшы тамамлаусыларҙы дәртләндермәксе. Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетында ошо турала һөйләнеләр.
Мәҫәлән, БДИ-ны яҡшы тапшырып йәки олимпиадала еңеп һәм призер булып, Өфө фән һәм технологиялар университетының беренсе курсына уҡырға ингән йәштәрҙе юғары стипендия көтә. Юғары балл алғандарға – ай һайын 15 мең һум, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән олимпиадаларҙа еңеп сыҡҡандарға һәм призерҙарға – 55 мең һум, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаларының йомғаҡлау этабында еңгәндәргә һәм призер булғандарға, шулай уҡ Рәсәй йыйылма командалары ағзаларына 85 мең һум түләнә.
Әйткәндәй, Өфө университеты студенттары уҡыу барышында Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, йәнә Р.Р. Мәүлетов, Ю.А. Гагарин, В.П. Лесунов, Д.Ю. Маслюков исемендәге стипендиялар алыуға конкурстарҙа ҡатнаша ала. Буласаҡ белгестәрҙе илебеҙҙең төп компаниялары һәм банктары ла дәртләндермәксе.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның иң яҡшы беренсе курс студенттарына 50 мең һумға тиклем махсус стипендия түләнә. Педагогия университеты уларға махсус шарттар тәҡдим итә.
Өфө дәүләт нефть техник университетында мәктәпте уңышлы тамамлағандар һәм олимпиадала еңгән йәки призер булғандар ай һайын 100 мең һумға тиклем стипендия аласаҡ.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының беренсе курс студенттарына ла юғары стипендия түләнә. Берҙәм дәүләт имтиханында кәмендә 270 балл йыйғандар ай һайын 10 мең һум, бер имтиханда 100 балл алғандар – 20 мең һум, “Яҙмышым – медицина” олимпиадаһында призер булғандар һәм еңеүселәр – 10-25 мең, уҡыусылар өсөн олимпиадалар йыйылмаһында уңышҡа өлгәшкәндәр – 40-50 мең, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгәндәр 100 мең һум стипендияға лайыҡ була.
Башҡорт дәүләт аграр университетында ла һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырыла. Мәктәпте уңышлы тамамлағандар, бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡандар ай һайын 11 мең һум, имтиханда кәмендә 210 балл алғандар – 16500 һум стипендияға дәғүә итә ала. Ә 230 балл йыйған йәштәргә бер тапҡыр 50 мең һум, олимпиадаларҙа еңеү яулағандарға 100 мең һум түләнә.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.