Белем һәм тәрбиә
13 Август 2025, 10:10

Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны

Өфө вуз-ара кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университетының UGATU Racing Tеam йәштәр инженер-уҙыш командаһы өс болидлы дүрт проект менән таныштырҙы.

Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаныӨфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны
Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны

Санкт-Петербург янындағы «Игора Драйв» автодромында «Формула Студент: Рәсәй-2025» халыҡ-ара ярыштары тамамланды. Рәсәйҙең, Ҡытайҙың һәм Төркиәнең иң яҡшы техник юғары уҡыу йорттарынан 15 студент инженер командаһы үҙ ҡулдары менән йыйылған ярыш автомобилдәрен күрһәтте һәм төрлө дисциплиналарҙа проекттарҙы яҡланы. Өфө вуз-ара кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университетының UGATU Racing Tеam йәштәр инженер-уҙыш командаһы өс болидлы дүрт проект менән таныштырҙы.

Егеттәр-ҡыҙҙар статик дисциплиналарҙы яҡланы: бизнес-пландар, конструкция һәм автомобилдәрҙең хаҡы. Судьяларҙан ҡиммәтле күрһәтмәләр алғас, проекттарҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләнеләр, шунан һуң машиналарҙы ярышҡа әҙерләнеләр.

EV класындағы дөйөм беренселек йомғаҡтары буйынса (электр тартыу көсө менән болид) команда бронза яулап, иң көслө өсәү исемлегенә инде һәм ныҡышмалылығы өсөн «No correction — no perfection» махсус наградаһы алды. Ә CV класында (эске яныу двигателе менән болид) 6-сы һәм 7-се урындарҙы биләне.

- Быйыл беҙҙең команда үҙ алдына ярайһы уҡ амбициоз маҡсат ҡуйҙы - бер юлы өс бөтөнләй яңы болид булдырыу. Был бик ҙур һәм ауыр эш булды, ҙур көс талап итте, әммә киләсәккә ҙур инновацион нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирҙе, –тип аңлатма бирҙе команда капитаны Иҙел Илбәткин.

БЕЛЕШМӘ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгененең Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27280/

Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны
Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны
Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны
Өфө вуз-ара кампусы резиденты командаһы уңышлы сығыш яһаны
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас