

Өфөлә “Башҡортостан: уйындар аша технологияларға” беренсе төбәк-ара студент экспедицияһы тамамланды. Ун көн дауамында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 16 һәләтле студент йәштәрҙе заманса технологиялар һәм бик кәрәкле һанлы һөнәрҙәр менән таныштырырға тейешле видеоуйын прототибын төҙөнө. Авторҙар Өфөләге вуз-ара кампусы, лабораториялар һәм Башҡортостан хаҡында тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.
– Бөгөн видеоуйындар бик популяр тема. Виртуаль ысынбарлыҡ донъяһы тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрен һәм байтаҡ темаларҙы өйрәнергә ярҙам итә. Ул белем биреү йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уйын аша донъяны танып белеү еңелерәк. Башҡортостан, Өфө менән бәйләнеш – беҙҙең үҙенсәлек. Был тәжрибәне Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә һәм сит илдәргә таратҡыбыҙ килә. Сарала ҡатнашыусыларға һәм “Берлога” оҫтаханаһының үҙенә лә инновацияларҙа артабан да уңыштар теләйем, - тине Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина.
Сара йомғаҡтары буйынса йәштәр “Берлога” киберфизик платформа менән берлектә акселераторҙарҙа ҡатнашыу өсөн ике уйын прототибын эшләне. Һәр команда үҙенең хеҙмәте менән таныштырҙы. Уларҙы Мәғариф, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, ҙур банктар һәм предприятиелар вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Энергетика министрлығы ҡарамағындағы Нефть һәм газ тармағы йәштәр советының һөнәри йүнәлеш биреү проекттары кураторы Айгөл Шадрина баһаланы. Уларға ситтән тороп Түңәрәктәр ассоциацияһы президенты, “Берлога” милли киберфизик платформаһы лидеры Адексей Федосеев ҡушылды.
Мәғлүм булыуынса, “Берлога” платформаһы белем бирә торған видеоуйындар сығара. Ул Рәсәй буйынса 600 меңдән ашыу кешене үҙенә йәлеп иткән дә инде. Ә күптән түгел Ҡытайҙа күргәҙмәлә ҡатнашҡан.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.