

ГАЗ, ПАЗ, УАЗ, КАВЗ автобустары Башҡортостандың 54 районынан һәм алты ҡалаһынан – Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфөнән 196 мәктәп өсөн тәғәйенләнгән. LADA автомобилдәре Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарында, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Күмертауҙа һәм Өфөлә психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам комиссиялары үҙәктәрен һәм филиалдарын хеҙмәтләндерәсәк.
- Ғәҙәттәгесә, 1 сентябрь алдынан балаларыбыҙ өсөн яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына 200-ҙән ашыу автобус һәм машина - был рекордлы һан - юлланасаҡ. Тимәк, көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ булдырыла, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы өсөн тәғәйенләнгән автобустарҙың береһен ҡараны, шулай уҡ мәктәп транспорты водителдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы мәктәбе водителе Миңлезөфәр Хәләф улы Ғабдрәүепов, Тәтешле районындағы Балалар ижады үҙәгенән Рәдиф Рәфит улы Дәүләтгәрәев, Мәләүез районының Восточный мәктәбенән Иван Степанович Елистратов, Йылайыр районының Мөслим Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай ауылы мәктәбенән Фәнил Сөләймән улы Ишбирҙин, Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылы мәктәбенән Рөстәм Миңлевәли улы Миңлеғәлиев, Саҡмағош районындағы Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемендәге Иҫке Бәшир ауылы мәктәбенән Әлфрид Альберт улы Нәбиев, Көйөргәҙе районының Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов исемендәге Бөгөлсән ауылы мәктәбенән Павел Михайлович Новиков, Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһынан Азамат Вәзит улы Нурғәлиев бар ине.
- Хеҙмәтегеҙ, балаларға ҡарата изге мөнәсәбәтегеҙ, хәүефһеҙ йөрөүегеҙ өсөн рәхмәт. Автобус водителдәре - яуаплы кешеләр, был бик мөһим һөнәр, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Бөтә уҡытыусыларҙы, мәктәп директорҙарын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым.
БЕЛЕШМӘ
Башҡортостанда 2 805 тораҡ пункттан 876 белем биреү ойошмаһының 52 756 уҡыусыһы белем усағына йөрөтөлә. Был эшкә 1590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән. 2019 йылдан алып төбәк мәктәптәре өсөн федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә бөтәһе 900-гә яҡын автобус һатып алынған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.