Белем һәм тәрбиә
27 Август 2025, 12:26

Өфөнөң Вуз-ара кампусы ғалимдары Австрияла үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте

Башҡорт дәүләт медицина университеты исеменән ете ғалимдан торған делегация сығыш яһаны.

Өфөнөң Вуз-ара кампусы ғалимдары Австрияла үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим иттеӨфөнөң Вуз-ара кампусы ғалимдары Австрияла үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте
Өфөнөң Вуз-ара кампусы ғалимдары Австрияла үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты БДМУ ғалимдары Австрияла IUIS 2025 - Иммунологтарҙың 19-сы халыҡ-ара конгресында үҙҙәренең тикшеренеүҙәре менән таныштырҙы.

Унда бөтә донъянан һигеҙ меңдән ашыу ғалим ҡатнашты. Сараны Конгресс президенты, Вена университеты профессоры Рудольф Валента етәкләй. Башҡорт дәүләт медицина университеты исеменән ете ғалимдан торған делегация сығыш яһаны.

Программа сиктәрендә ҡатнашыусылар пленар ултырыштарҙа, секция һәм плакат докладтарында, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәрҙә аллергология, вакциналар эшләү, иммуноонкология, B-күҙәнәктәре һәм T-регулятор күҙәнәктәренең хәтерен өйрәнеү, аллергендарҙы һәм инфекцион антигендарҙы иммунитеттың нисек ҡабул итеүе, иммунопатология патогенезында микробиомдың роле мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан ғалимдары һигеҙ постер доклады менән сығыш яһаны, улар конгреста ҡатнашыусылар яғынан ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Стволовые" күҙәнәктәр лабораторияһы мөдире Ле Тху Чанг бөйөр-күҙәнәк карциномында CAR-T ҡулланыу потенциалы тураһында һөйләне.

Профессор Рудольф Валента һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Караулов тарафынан БДМУ ғалимдарының Вена һәм Сеченов университеттары менән берлектә үткәрелгән тикшеренеүҙәргә индергән өлөшө юғары баһаланды.

Конгреста шулай уҡ антибиотиктарҙың социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы дауалауға йоғонтоһо тикшерелде.
Башҡорт дәүләт медицина университеты делегацияһы визит сиктәрендә Вена университетының ғилми лабораторияларында булды, унда бер нисә ғилми проектты бергәләп тормошҡа ашырыу тураһында алдан килешеүҙәргә өлгәшелде.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27385/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас