Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь 2025, 07:45

Вуз-ара кампус резиденты – илдә иң "йәшел" уҡыу йорто

Рейтингта еңеүсе юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең «йәшел» Юғары уҡыу йорттары ассоциацияһында йыл буйына айырым статус ала. 

Вуз-ара кампус резиденты – илдә иң "йәшел" уҡыу йортоВуз-ара кампус резиденты – илдә иң "йәшел" уҡыу йорто
Вуз-ара кампус резиденты – илдә иң "йәшел" уҡыу йорто

«Рәсәйҙең йәшел вуздары» дөйөм Рәсәй программаһы уҙған уҡыу йылының «йәшел» вуздары рейтингына йомғаҡ яһаны. Башҡортостандың Вуз-ара кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты - илдең иң экологик, технологик һәм прогрессив юғары уҡыу йорттары исемлегендә юғары баҫҡысҡа күтәрелде.

Был юғары уҡыу йорто үҙ эшмәкәрлегенә «йәшел» иҡтисад һәм тотороҡло үҫеш принциптарын индерә: энергия һөҙөмтәлелеге, ресурстарҙы һаҡлау, ҡалдыҡтар менән яуаплы эш итеү, белем биреү программаларында экологик көн тәртибе, студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр менән экологик мәғрифәтселек эше тормошҡа ашырыла.

Шуныһы мөһим, рейтингта еңеүсе юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең «йәшел» Юғары уҡыу йорттары ассоциацияһында йыл буйына айырым статус ала. Хакимиәт вәкиле рәйес була, ә юғары уҡыу йортоноң баш әүҙемсеһе Ассоциацияның студенттар секторы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тап Өфө эколидерҙары студенттар берләшмәһе исеменән сығыш яһаясаҡ һәм яңы уҡыу йылында илдең юғары уҡыу йорттарында «йәшел» көн тәртибен үҫтереүҙә өлгө буласаҡ.


БЕЛЕШМӘ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1459

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас