Белем һәм тәрбиә
12 Сентябрь 2025, 07:15

Уҡыусыларға Өфө вуз-ара кампусы оҡшаны

Бында 350-нән ашыу уҡыусы «Киләсәккә билет» һөнәри йүнәлеш дәрестәре үтте

Уҡыусыларға Өфө вуз-ара кампусы оҡшаныУҡыусыларға Өфө вуз-ара кампусы оҡшаны
Уҡыусыларға Өфө вуз-ара кампусы оҡшаны

Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан дүрт йөҙгә яҡын уҡыусы һөнәри йүнәлеш биреү дәрестәре үтеү өсөн Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусына йыйылды. Сара «Киләсәккә билет» Беренсе Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш форумының төбәк программаһы сиктәрендә үтте.

«Киләсәккә билет» берҙәм һөнәри йүнәлеш моделе “Йәштәр һәм балалар” милли проекты составына индерелгән һәм ул иртә һөнәри йүнәлеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең төп ҡоралы булып тора. Проект уҡыусыларға беренсел һөнәри күнекмәләр алыу, үҙ мәнфәғәттәрен төбәк иҡтисады ихтыяждары менән бәйләү мөмкинлеген бирә.

– Бындай саралар – бер тапҡыр ғына үткәрелгән ваҡиға түгел, был – республикала берҙәм һөнәри йүнәлеш биреү системаһын төҙөүҙең мөһим элементы. Беҙ уҡыусыларға төрлө мөмкинлектәр барлығын күрһәтәбеҙ һәм иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтары өсөн кадрҙар резервы әҙерләйбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина.

Сара мәктәп уҡыусылары өсөн IQ-парктың лаборатория корпусы, вуз-ара кампустың беренсе сираты буйынса квест форматында үтте. Балалар фән һәм технологияларҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре менән танышты, кампус резиденттарының ғилми лабораторияларын тикшерҙе һәм ғәжәйеп фән донъяһына сумды.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас