Өсөнсө халыҡ-ара геология чемпионаты сиктәрендә «Ялан тораһын ойоштороу» дисциплинаһы буйынса ярыштар старт ала. Был оҫталыҡта иң яҡшылар исеменә Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм донъяның 16 иленән 300-ҙән ашыу студент көрәшә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) сығыш яһай.
«Ялан тораһын ойоштороу» дисциплинаһы — чемпионаттың иң тамашалы һәм динамик һынауҙарының береһе, унда төп ролде команданың тиҙлеге, эштең көйләнеше һәм һәр хәрәкәттең теүәл башҡарылыуы уйнай. Ҡатнашыусыларҙың бурысы - мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ялан шарттарында йәшәүҙең практик күнекмәләрен күрһәтеү: ваҡытлыса палатка ҡуйыу һәм котелокта 0,5 литр һыуҙы ҡайнатыу өсөн етерлек усаҡ яғыу.
- Был ярыш - ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һәм команда рухына ысын һынау. Мөхит дәрт менән тулы, сөнки һәр секунд иҫәптә тора, ә һәр хата һиҙелерлек мәрәйҙе юғалтыуға тора ала.
Судьялар билдәләүенсә, иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе бер-береһе менән килешеп эш иткән командалар күрһәтә. Бында хистәргә бирешмәү һәм концентрацияны һаҡлау мөһим, сөнки уңыш деталдәргә иғтибарҙы һәм ҡулланмаға теүәл эйәреүҙе билдәләй, — тип аңлатты чемпионатты ойоштороусылар.
«ГеоҺынау» чемпионаты 8 сентябрҙән 17-нә тиклем үтә. Ярыштар программаһында 12 дисциплина, шул иҫәптән радиометрия, минералогия, палеонтология, геологик маршрут, шлих һынауҙары, гидрогеология һәм кристаллография. Чемпионат еңеүселәре һәм призерҙары өсөн төп бүләк - Рәсәйҙең алдынғы геология тармағы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеге.
Сығанаҡ: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/753937/