

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, геологияны популярлаштырыу, һәләтле студенттар өсөн карьера траекторияларын булдырыу һәм минераль-сеймал комплексын үҫтереү стратегияһын әҙерләү өсөн донъяның алдынғы геология мәктәптәрен берләштереү чемпионаттың төп маҡсаттары булып тора.
"Ҡатнашыусылар республиканың уникаль тәбиғәт ресурстарын, шул иҫәптән уның эталон геологик киҫелештәрен тикшерә, был уларҙың профессиональ кимәлен арттыра", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.
Ярыштар программаһына ялан һынауҙары менән 12 дисциплина инә, унда теоретик белемдәр практикала тикшерелә. Ҡунаҡтарға Башҡортостандың йолалары һәм ҡунаҡсыллығы менән танышырға мөмкинлек биргән бай мәҙәни программа тәҡдим итеүгә айырыуса иғтибар бүленде.
9-13 сентябрҙә Учалы районы чемпионаттың төп майҙансығы булды. Командалар ғәмәлдәге ятҡылыҡтарҙа булды, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың заманса технологиялары менән танышты һәм үҙенсәлекле тәжрибә тупланы, был уларҙың профессиональ үҫешенә тос өлөш индерәсәк.
Халыҡ-ара геология чемпионаты үҙ эшендә иң яҡшыларҙы билдәләү менән генә сикләнмәй, ә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм минераль-сеймал комплексының киләсәк үҫешенә нигеҙ һала.
Фото: БР Экология министрлығының ВК-лағы сәхифәһе.