Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2025, 11:15

Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы

Өлгө 4100 процентҡа һуҙылған.

Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙыӨфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы
Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы

Быйыл көҙ Рәсәй Фәндәр акдемияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты 40 йыллығын билдәләйәсәк. Ул металдарҙан һәм яҡшыртылған үҙенсәлекле иретмәләрҙән ҡатмарлы формалы деталдәр булдырырға мөмкинлек биргән эшләнмәләре менән билдәле. Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, һынауҙарҙың береһендә хеҙмәткәрҙәр үтә һығылмалылыҡ буйынса рекорд ҡуйған – өлгө 4100 процентҡа һуҙылған.

Эксперимент барышында металл махсус ҡоролмала, ҙур булмаған цилиндр формаһындағы мейестә йылытыла. Бында температура 500 градустан ашыу. Һуңынан ҡыҙҙырылған өлгөнө яйлап һуҙып алалар. Ғалимдар бирсәткәләр һәм пинцет менән эшләй, ә һуҙылыу процесы тураһында бөтә мәғлүмәт компьютер программаһына яҙыла.

Эксперименттың асылы төрлө температураларҙа һәм деформация тиҙлегендә һынауҙар үткәреү һөҙөмтәләре буйынса үтә һығылмалылыҡтың ҡулай режимын билдәләү. Бер һынау һөҙөмтәһе рекордлы була: металл 4000 проценттан ашыуға һуҙылған.

Хәҙерге технологиялар металдан, пластилин киҫәгенән әҙер изделиены ҡойоп эшләргә мөмкинлек бирә. Ул шул уҡ ныҡлы буласаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта ауырлығы күпкә кәмерәк. Уны сәнәғәттә һәм көнкүрештә ҡулланырға мөмкин. Институт бер нисә тиҫтә йыл инде үтә һығылмалылыҡ менән шөғөлләнә.

- Беҙҙең лаборатория белгестәре, атап әйткәндә, алюминий-магний-скандий иретмәһен авиация сәнәғәте, космос, автомобиль сәнәғәте өсөн ҡулланыуҙа перспективалы махсус режимдар әҙерләне, - тип хәбәр итә Рәсәй Фәндәр акдемияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының материалдарҙы өйрәнеү һәм еңел иретмәләр технологияһы лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре Олег Ситдиҡов

Үтә һығылмалылыҡ эффектын ҡулланыу изделиеға кәрәкле форма биреү өсөн көстө кәметеү иҫәбенә етештереүҙә энергия ҡулланыуҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ бындай материалдарҙы ҡулланыу арҡаһында транспорт сараларының ауырлығын кәметергә мөмкин. Һөҙөмтәлә яғыулыҡты экономиялау һәм сәйәхәт йәки осош алыҫлығын арттырыу мөмкин.

Мөһим эшләнмәләрҙән - яңы быуын газ турбиналы авиация двигателенең төп элементы. Үҙенең технологияһы буйынса ул донъя аналогтарынан алда бара. Сериялы етештереүгә вентилятор көрәктәре индерелә. Мс-21-310 самолеты ватан двигателдәре менән осоштар яһай.

- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров беҙҙең коллективҡа лайыҡлы иғтибар бүлә һәм Рәсәй Фәндәр академияһы яғынан да ярҙам күрһәтелә. Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты коллективы донъя кимәлендәге һәм унан алдағы технологияларҙы эшләү өсөн үтә һығылмалылыҡ күренешен үҫтерә, - ти Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының ғилми етәксеһе Радик Мөлөков.

Быйыл Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты дүрт тиҫтә йыллыҡ ныҡышмалы хеҙмәт, инновацион ҡарарҙар һәм асыштар юбилейын билдәләй. 6-10 октябрҙә үтәсәк «Перспективалы материалдар физикаһы һәм технологияһы» конференцияһына ғалимдар, генераль конструкторҙар, Рәсәй Хеҙмәт Геройҙары һәм завод етәкселәре киләсәк.

Фото: "Башинформ" сайтынан, Башҡортостан юлдаш телеканалы сюжетынан скриншот.

Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы
Өфө ғалимдары металдың үтә һығылмалылығы буйынса донъя рекорды ҡуйҙы
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас