Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2025, 11:05

Өфөлә «Перспективалы материалдар физикаһы һәм технологияһы» конференцияһы үтәсәк

Ул 2021 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр Рәсәй Фәндәр акдемияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты тарафынан үткәрелә.

Өфөлә «Перспективалы материалдар физикаһы һәм технологияһы» конференцияһы үтәсәкӨфөлә «Перспективалы материалдар физикаһы һәм технологияһы» конференцияһы үтәсәк
Өфөлә «Перспективалы материалдар физикаһы һәм технологияһы» конференцияһы үтәсәк

Конференция алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар, бигерәк тә был илдәрҙең ғилми үҙәктәрендә эшләгән ватандаштар өсөн асыҡ.

Сираттағы, өсөнсө халыҡ-ара ФТПМ-2025 конференцияһы 6-10 октябрҙә үтә һәм Рәсәй Фәндәр акдемияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының 40 йыллығына арнала.

Мәктәп-конференцияның маҡсаты: материалдар физикаһы һәм механикаһы, уларҙы эшкәртеү технологиялары өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең көнүҙәк йүнәлештәрендә яңы ғилми һөҙөмтәләрҙе тикшереү, тикшеренеүҙәргә йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү һәм уларҙың тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен киң ғилми аудитория алдында һынау.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-16/v-ufe-proydet-konferentsiya-fizika-i-tehnologiya-perspektivnyh-materialov-4389916

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас