Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2025, 15:45

Яңы проектҡа ҡушылдыҡ

Өфө – ошо күләмле проект саралары уҙғарылған ун ҡаланың береһе.

Яңы проектҡа ҡушылдыҡЯңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ

Бөгөн Өфө “Интеллекттар Изгелек хеҙмәтендә” белем биреү программаһында 300-гә яҡын вуз һәм колледж студентын, республика ирекмәндәрен һәм активистарын берләштерҙе. Сара “Росмолодежь” һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы ярҙамында “Добрино” академияһы нигеҙендә Добро.рф экосистемаһы тарафынан үткәрелде.

Өфө – Рәсәйҙә ошо күләмле проект саралары уҙғарылған ун ҡаланың береһе. Программаны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров сәләмләне. Ул Башҡортостанда Добро.рф инфраструктураһын үҫтереү тураһында һөйләне.

Сара барышында федераль эксперттар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. “Добрино” ректоры Мария Афонина һәм Добро.рф белемде һәм остазлыҡты үҫтереү департаменты етәксеһе урынбаҫары Илья Демидов хәҙерге тормошта кешегә кәрәкле интеллекттар моделе менән таныштырҙы. Программа “Изге эштәр аллеяһы” акцияһы менән тамамланды. Унда ҡатнашыусылар Өфө хосписы биләмәһендә 500 йәш миләш ағасы ултыртты.

Әйткәндәй, сентябрь-октябрь айҙарында Түбәнге Новгородта, Себер, Төньяҡ Кавказ, Волга буйы, Алыҫ Көнсығыш, Балтика, Рәсәйҙең үҙәгендәге һәм көньяғындағы ҡалаларҙа саралар уҙғарыу күҙаллана.

Фото: Йәштәр сәйәсәте министрлығы сайтынан.

Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Яңы проектҡа ҡушылдыҡ
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас