Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь 2025, 13:00

Башҡортостанда Рәсәй "Белем" йәмғиәте форумы үтәсәк

25-26 сентябрҙә Башҡортостанда «Белемле республика» мәғрифәтселек форумы үтә. Сараның төп майҙансығы - Өфө вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге, ә форумдың лекторийҙары республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтәсәк.

Башҡортостанда Рәсәй "Белем" йәмғиәте форумы үтәсәкБашҡортостанда Рәсәй "Белем" йәмғиәте форумы үтәсәк
Башҡортостанда Рәсәй "Белем" йәмғиәте форумы үтәсәк

Лекциялар Башҡортостандың фән, карьера, һанлы технологиялар, спорт һәм мәҙәни мираҫ темаларына ҡағыласаҡ. Шулай уҡ буласаҡ лекторҙар өсөн яһалма интеллект һәм презентациялар оҫталығы тураһында белем биреү блогы планлаштырыла.

Форумды асыуҙа «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Вадим Захаров, «Белем» йәмғиәтенең БР-ҙағы филиалы директоры Айһылыу Илембәтова, параспортсы, БР Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев ҡатнашасаҡ. Форумды ойоштороусылар - БР Башлығы хакимиәте булышлығында Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте һәм ӨФһТУ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Белем» — 30 меңдән ашыу кешене берләштергән, Рәсәйҙең 89 төбәгендә 180 меңдән ашыу лекция уҡыған илдәге иң ҙур мәғрифәтселек ойошмаһы.

Фото: Рәсәй «Белем»йәмғиәте.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obrazovanie/2025-09-23/v-bashkirii-proydyot-forum-rossiyskogo-obschestva-znanie-4399055

6+

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас