

Яҡлау кампус майҙансығында үтте, унда студенттар өсөн уңайлы һәм заманса шарттар булдырылған.
22-28 сентябрҙә Магнитогорскиҙа үткән күләмле конкурс юғары архитектура-художество белеме өлкәһендә иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Ул йыл һайын Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарынан йөҙләгән талантлы студентты һәм белгестәрҙе йыя – быйыл Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт тау университетына.
Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарының еңеүе Өфө архитектура мәктәбенең юғары әҙерлек кимәлен һәм профессионализмын раҫланы. «Өфө ҡалаһында реабилитация үҙәге» эше менән Йәмилә Ғәлинурова, Елизавета Акчева («Өфө ҡалаһында крематорий»), Полина Малафеева («Элекке Өфө биҫтәләре биләмәләрен үҫтереү концепцияһы»), Алина Ғилфанова («Көньяҡ-Башҡортостан агломерацияһы миҫалында полицентрик агломерацияларҙы үҫтереүҙең арауыҡ параметрҙары»), Әминә Шакирова («Өфө ҡалаһы миҫалында креатив кластерҙарҙы формалаштырыу принциптары»), Эльвина Солтанова («Заманса архитектурала эшкәртелгән материалдарҙы ҡулланыу») 1-се дәрәжә дипломдар алды. Был эштәр шулай уҡ Рәсәй Архитекторҙар союзының Мәскәү һәм төбәк бүлексәләре дипломдары менән билдәләнде.
Конкурс программаһын әҙерләүҙә ӨДНТУ-ның архитектура кафедраһы уҡытыусылары: профессорҙар Светлана Байморатова һәм Рәмил Байморатов, доцент Дилара Ҡудашева әүҙем ҡатнашты. Бакалаврҙар һайлаған сығарылыш квалификация эштәре темалары һауыҡтырыу, белем биреү, эшлекле, спорт һәм фәнни-ағартыу үҙәктәрен, арт-кластерҙарҙы, архитектура кампустарын, туристик кластерҙарҙы проектлау буйынса заманса ҡаланың көнүҙәк талаптарына яуап бирә һәм практик ҡулланыуға йүнәлтелгән ине. Магистрлыҡ диссертациялары башлыса фәнни тикшеренеүҙәр методикаһын үҙләштереүгә йүнәлтелгән һәм дисциплина-ара кимәлгә сығыу менән архитектураның теоретик аспекттарына ҡағыла.
БЕЛЕШМӘ.
2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.
Сығанаҡ: https://campusufa.ru/news/1530