

Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты «Университеттың өс миссияһы» юғары уҡыу йорттары рейтингында үҙ позицияһын күтәрҙе һәм иң яҡшы төбәк медицина вузы статусын һаҡлап ҡалды.
Рәсәй төбәктәренең медицина университеттары араһында БДМУ - иң яҡшы медицина вузы, ә Рәсәйҙең медицина вуздары араһында дүртенсе. Башҡорт дәүләт медицина университетынан алда тик Сеченов университеты, И.П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты һәм Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй фәнни-тикшеренеү медицина университеты.
Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәй вуздары араһында рейтингта 24-се урынға күтәрелде (2024 - 28-се урын) һәм MosIUR халыҡ-ара глобаль рейтингының 701-800 интервал төркөмөнә инде (2024 - 801-900 төркөмө).
Рейтинг университеттың өс төп миссияһын баһалай: мәғариф, фән һәм йәмғиәт менән үҙ-ара эш итеү. Быйыл уға донъяның 112 иленән бөтәһе 2 000 университет ингән.
БЕЛЕШМӘ.
2022 йылдан Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фәнни-популяр йүнәлештәге 80-дән ашыу маршрут әҙерләнгән һәм эшләй башлаған. Турҙар мәктәп уҡыусыларынан алып өлкәндәргә тиклем киң аудитория өсөн хәҙерге фән ҡаҙаныштары, төбәктең тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән фәнни белем призмаһы аша танышыу өсөн уникаль мөмкинлек аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27674/