Белем һәм тәрбиә
23 Октябрь 2025, 16:10

"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"

Төп маҡсат – бизнес өсөн белгестәр уҡытыу.

"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый""Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"
"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"

Бөгөн эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы дәүләт юридик колледжында булды. Уҡыу йорто хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһы өсөн белгестәр әҙерләй, шулай уҡ һанлы һәм ижади технологиялар менән бәйле өр-яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә. Бында веб-дизайнға, мобиль ҡушымталар, бизнес өсөн программалар, компьютер уйындары эшләргә өйрәнәләр.

Әйткәндәй, 2022 йылда колледж “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашҡан.

2015 йылда колледжда йәштәр “Йәш эшҡыуар мәктәбе”ндә лә шөғөлләнәләр. Проекттың төп маҡсаты – бизнес өсөн белгестәр уҡытыу.

Башҡортостан Башлығы кабинеттарҙы һәм лабораторияларҙы ҡарап сыҡты, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты.

– Колледж хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн кадрҙар әҙерләү менән бер рәттән бында ижади индустрия өсөн дә белгестәр әҙерләйҙәр. Был бик мөһим йүнәлеш, – тине Радий Хәбиров. – Бында маҡсатҡа ынтылыусан, зирәк йәштәр уҡый. Уларға “Йәш эшҡыуар мәктәбе” проекты ярҙам итә. Уҡыу йортон тамамлағандар бизнеста ла, ижади өлкәлә лә уңышлы эшләй.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"
"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"
"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"
"Бында маҡсатҡа ынтылыусан йәштәр уҡый"
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас